Башҡорт телендә һүззәр күп ваҡыт бер тамырҙан тора (һау-мал, йүр-мә, ҡур-мас һ.б.), ә инде парлы, ҡушма һәм ҡыҫҡартылған ҡушма һүззәрзә тамырҙарҙың һаны ике, өс һәм унан да күберәк булыуы мөмкин.
"Үҙаллы төрки телдәрҙең оҙайлы тарихи үҫеше һөҙөмтәһендә тамырҙар төрлө эске һәм тышҡы сәбәптәр арҡаһында фонетик, морфематик һәм семантик йәһәттән ниндәйҙер үҙгәрештәргә дусар ителгәндәр, шулай за күпселек төрки телдәрҙәге кеүек үк хәҙерге башҡорт телендә тамырҙар, башлыса, боронғо фонологик төҙөлөштәрен һаҡлағандар һәм, нигеззә, бер ижектән, һирәкләп ике, ә айырым осраҡтарҙа өс ижектән торорға мөмкиндәр,"- тип яза Т.М. Ғарипов (7. 21).
Аффикс - һүзгә лексик, грамматик йәки лексик- грамматик мәғәнә биреүсе морфема. Аффикстар туранан- тура тамырға йәки тамырҙан һуң килгән башҡа аффикстарға ҡушылып киләләр: уй-ла, уй-ла-һын, уй-ла- һын-дар. Аффикс бәйле морфема булып тора, сөнки ул тамырҙан башҡа ҡулланыла алмай, айырым торғанда бер ниндәй зә мәғәнә аңлатмай, һан яғынан да улар сикләнгән, шулай за тарихи планда улар даими үҫештә:
а) һүззең морфематик төҙөлөшөндәге тарҡалыу, ҡатмарланыу һәм алмашыныу кеүек процестар һөҙөмтәһендә яңы аффикстар барлыҡҡа килеп тора,
б) сит телдәрҙән айырым аффикстар һәм аффиксоидтар үҙләштерелә.
"Аффикстарҙың тәбиғәте төрки телдәрҙә, шул иҫәптән башҡорт телендә лә, тулыһынса асыҡланып бөтмәгән. Шулай за мәғәнәләре һәм башҡарған функциялары