§2. Аш-Һыуҙар тураһында мәҡәл һәм әйтемдәр
Кинәйәлек, тапҡырлыҡ, ҡыҫҡалыҡ яғынан фольклорҙа мәҡәл һәм әйтемдәргә тиңдәш башҡа жанрҙы табыуы ҡыйын. Юҡҡа ғына уларҙы "халыҡ аҡылының аҫыл ынйылары”, "саҡматаштан сыҡҡан алтын осҡондар” тип йөрөтмәйҙәр. Хәҙерге көндә лә киң ҡулланылып, телебеҙгә йәм, фекеребеҙгә ҡеүәт биреүсе йөҙәрләгән, меңәрләгән мәҡәлдәребеҙ Һәм әйтемдәребеҙ - төрлө быуын, төрлө осор кешеләренең поэтик ижад емеше ул. Тәрән һәм киң мәғәнә, юғары образлылыҡ, ди¬ дактик йөкмәтке уларҙың быуындан-быуынға күсеүенә сәбәпсе булған.
Һәр төрлө тормош күренештәренә, хәл-ваҡиғаларға баһа биреү һәм уларҙы дөйөмләштереү рәүешендә донъяға килгән мәҡәл жанры тормоштоң бөтә тармаҡтарына ла үтеп инә. "Мәҡәлдәр элек-электән кешеләрҙә иң яҡшы әхлаҡи сифаттар тәрбиәләү вазифаһын үтәк килгән. Әлбиттә, әхлаҡи әҙәп норма¬ ларын, кешеләрҙең йәмғиәттә үҙ-үҙҙәрен тота һәм йәшәй белеү ҡағиҙәләрен теге йәки был күләмдә сағылдырмаған бер генө жанр ҙа юҡ. Шулай ҙа йәмғиәттең әхлаҡи-этик ҡанундары ха¬ лыҡ ижадының башҡа жанрҙарына ҡарағанда ла мәҡәлдәрҙе айырыуса ныҡ кәүҙәләнеш тапҡан, сөнки быға жанрҙыв фәлсәфәүи-дидактик тәбиғәте үҙе сәбәпсе”, - тип яҙа билдәле фольклорсы Ф.А. Нәҙершина (13.8 ).
Туҡланыу аш-һыу әҙерләү, табын ҡороу ҙа, халыҡтыв йәшәү рәүеше сағылышы булараҡ, мәҡәлдәрҙә ныҡлы уры* алған.