Jump to content

Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/132

From Wikisource
This page has not been proofread.

фекер йөрөткәндә, ҡош итенең өсөнсө урында йөрөүе билдәләнә.

Ниндәй гекә һуғым малы булмаһын, уның һимеҙлеге мөһим фактор. "Нигеҙ ҡапма, һимеҙ ҡап", "Үткер бысаҡ, һимеҙ ит табын ҡәҙерен килтерер" һ.б. әйтемдәр шуны раҫлап тора.

Ә түшкә өлөштәренә килгәндә иһә иң тәмлеләре, йәғни деликатестары булып ҡаҙы һәм ҡарта һанала. "Ит аҫылы ҡарталыр, ашаған һайын тарталыр" тигән мәҡәл тап шул турала һөйләй ҙә. Шуныһы ҡыҙыҡ: ҡартаны халыҡ ҡаҙыға ҡарағанда ла ҡәҙерлерәк күрә. "Ҡаҙыға туйһаң, ҡарта кәрәкмәй" тигән һәм үрҙә әйтелгән әйтемдәр шундай фекергә килтерә.

Ит өлөштәрен бүлешеүҙең дә үҙ яйы, тәртибе булған. "Ҡыҙҙарға - ҡанат, малайҙарға - тояҡ, хужаға - баш, ҡатынға - түш, ҡунаҡҡа - ҡойроҡ майы" тигән әйтем бушҡа йәшәмәй ха¬ лыҡта. Бында ғаилә иерархияһы ла, ҡунаҡҡа һәм аш-һыуға булған ҡәҙер ҙә сағыла. Әйткәндәй, мал башы ла элек иң ҡәҙерле ҡунаҡҡа бирелгән. Хәҙер генә уға ҡәҙер юҡ. Тик та¬ бын талабы буйынса, баш алған кеше уның иң тәмле урындарын (тел, ҡолаҡ, мейе, күҙ майы) яҡын ултырғандарға өләшергә тейеш булған.

"Яланда бешкән аш тәмле" тигән мәҡәл дә иғтибарға лайыҡ. Ҡыҫҡа ғына булһа ла был һүҙҙәрҙә оло мәғәнә ята. Ҡырҙа бергәләшеп эшләгәндән һуң, йыйылышып туҡланыу, һөйләшеп-көлөшөү ашаған ризығыңа йәм дә, тәм дә бирә. Шуға ла бындай табын һәр саҡ күркәм була. Был әйтелгән әйтем ана шул турала.

Мәҡәлдәрҙә һәм әптемдәрҙә башҡорт халҡының элек ниндәй мал аҫрағаны, ул малдарға ниндәй мөнәсәбәттә