Jump to content

Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/134

From Wikisource
This page has not been proofread.

8. "Арпа-бойҙай аш булды, алтын-көмөш таш булды" - туҡлыҡ, муллыҡ булһа, алтын-көмөштөң хаҡы бөтә мәғәнәһендә.

Аш-Һыуҙарға, туҡланыуға бәйле мәҡәл, әйтемдәрҙә тыйыуҙар, сикләүҙәр ҙә байтаҡ. Улар тураһында һуңғараҡ һүҙ булыр, ә был урында ашҡаҙаныбыҙға таш булып төшкән бер генә ризыҡҡа ҡарата тыуған мәҡәлдәрҙе атап үтәйек. Ул хәҙерге көнитмештә киң таралған һәм һәләкәткә илткән хәрәм ризыҡ - араҡы. Уға ҡарата халыҡ бына ниндәй аҡыллы һөм фәһемле фекерҙәр әйтә: "Араҡы - аш булмаҫ, быуынға таш булыр", мАраҡы яратҡан - аҡылын таратҡан", "Араҡы һүҙҙе оҙайта, ғүмерҙе ҡыҫҡарта", "Араҡы эскән - әжәле етмәй үлер:’ һ.б.

Күреүебеҙсә, аҫыл фекер алтын һымаҡ төптә ята, уны та¬ нырға, күрә белергә кәрәк. Улай ғына түгел, уларҙы ата-бабалар аманаты итеп һаҡларға һәм киләһе быуындарға еткерергә лә кәрәк. Шулай итеп, мәҡәл һәм әйтемдәрҙе ҡыҫҡаса байҡау ҙа халыҡтың аш-һыуҙарға, ризыҡтарға булған ҡарашын, мөнәсәбәтен нығыраҡ аңларға, уның ашауға булған фекерҙәре мәғәнәһенә тәрәнерәк төшөнөргә ярҙам итә.


§3. Аш-Һыуҙарға бәйле йомаҡтар

Йомаҡ - һәр халыҡтың ижадында осрай торған үҙен¬ сәлекле һәм бик боронғо жанр. Ғалимдарҙың фекеренсә, йомаҡ - кешеләрҙең ижтимағи тормошонда уй йомоу, йәғни кинәйәле