Jump to content

Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/137

From Wikisource
This page has not been proofread.

Был йомаҡтарҙа тоҙҙоң нисек барлыҡҡа килеүе лө (һыуҙан тыуа), һөм нисек юҡҡа сығыуы ла (һыуҙан ҡурҡа), уның үтә кәрәкле булыуы хаҡында ла фәһемде фекерҙәр әйтелгән. Был да йомаҡтарҙы халыҡ аҡылы тип аталған мәҡәл һәм әйтемдәргә яҡынайта.

Беҙҙең алдағы яҙмаларыбыҙҙа йомортҡа хаҡында һүҙ булманы. Ә бит ул да башҡорттарҙың туҡланыу системаһында ҙур ғына урын тота. Шуғалыр ҙа йомаҡтарҙа ул ҙур сағылыш тапҡан ризыҡтарҙың береһе. Шуларҙың бер аҙын барлап үтәйек: "Тышы тамаҡҡа ултыра, эсе йөрәккә ята", "Таш келәт, аҡ келәт, аҡ келәт эсендә һары алтын", "Аҡ тирмәнең эсендә һары сәсле ҡыҙ йоҡлай”, "Аҡ көмбәҙле бер таш мәсет, инергә ишеге юҡ", "Аҡ һарайым эсендә һары тауығым ултыра", "Таш пулат, көмөш пулат, эсендә һары балауыҙ", "Бауға бәйләнмәй, сәйгә эленмәй" һ.б.

Был йомаҡтарҙа йомортҡаның тышҡы формаһынан алып, (һуңғы йомаҡ) уның туҡлыҡлылығы ла (эсе йөрөккә ята), ашарға ярамаған һәм ярашлы өлөштәре лә (тышы таш, эсе аш, һарыһы алтын) сағыла. Шул уҡ ваҡытта башҡорт этнографияһына бәйләнешле (аҡ тирмә) бирелеп, уның беҙҙең халыҡҡа хас аҙыҡ булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алына.

Әлбиттә, башҡорттарҙың төп милли аштары булған һөт ри¬ зыҡтары: һөт, ҡатыҡ, ҡаймаҡ, ҡымыҙ, ҡорот, май ҙа йо¬ маҡтарҙа сағылмай ҡалмай. Бына уларҙың ҡайһы берҙәре: "Йәй көнө табаҡ менән, ҡыш көнө ҡалаҡ менән", "Аҡ шишмәнең аҡҡан һыуын сапсаҡҡа ҡойоп ҡатырҙыҡ" (Ҡатыҡ). "Ярлыһы аҫта ҡала тора. байы өҫкә ҡалҡа тора" (Ҡаймаҡ), "Түңәрәк күлдең төбө күренмәй, ҡалҡына ла ҡалыная" (Ҡаймаҡ, ҡатыҡ).