Jump to content

Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/145

From Wikisource
This page has not been proofread.

Н.Попов, В.Зефиров, В.Черемшанский, И.Игнатович, Д. Никольский, В. Арно льдов, йәнә үҙеб еҙҙән сыҡҡан тикшеренеүселәр: П.Назаров, Б.Юлуев, М.Байышевтарҙың исемдәрен атап китергә була.

Әммә улар башҡорттарҙың йәшәйешен, шул иҫәптән туҡланыуын да фрагменталь рәүештә генә бәйән итәләр. Э быны махсус һәм киң планда тикшерүсе С.И.Руденко була. XX быуат башында ул бөтә Башҡортостанды йөрөп сығып, халыҡ көнитмеше тураһында киң мәғлүмәт туплай һәм 1925 йылда ’’Башкиры” тип исемләнгән ҙур монографик хеҙмәт баҫтырып сығара. 1955 йылда уның икенсе, тулыландырылған баҫмаһы донъя күрә. Был китапта башҡорт милли аш-һыуҙарына айырым бер бүлек бирелгән.

С.И.Руденконан һуң башҡорттарҙың милли аш-һыуҙары, туҡланыу системаһы һәм төп ризыҡтар рационы тураһында үҙебеҙҙең ғалимдар Р.Г.Кузеев, Н.В.Бикбулатов, А.3.Әсфәндиәров, С.Н.Шитова, Ф.Ф.Фатихова, М.Ғ.Муллағолов, Р.М.Йосоповтар яҙып сыҡты. Әммә уларҙың хеҙмәттәре башлыса бер йүнәлештә - этнографик характерҙа булды. Аш-Һыу терминдарын лингвистик йәһәттән махсус рәүештә С.Ғ.Ғилманова тикшерҙе һәм бер-нисә мәҡәлә баҫтырып сығарҙы. Әммә был хеҙмәттәрҙә аш-һыу терминдары башлыса семантик планда анализланды һәм иғтибарҙың ҙур өлөшө аш- һыу әҙерләү ысулдарына йүнәлтелде. Тәҡдим ителгән хеҙмәттә иһә беҙҙең маҡсатыбыҙ - аш-һыу терминдарын киңерәк планда, этнолингвистик йүнәлештә тикшереү булды.

Иғтибар иң әүәл башҡорт милли аш-һыуҙарының төрҙәрен билдәләү, йәғни терүтиндарҙы классификациялау ине.