Jump to content

Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/24

From Wikisource
This page has not been proofread.

һөҙлөктө өҫтәйҙәр. Ҡыш көнө ундай һөзлөк бик файҙалы, ул өшөтмәй.

Һалманы башҡорттар ваҡ итеп, дүрткелләп ҡырҡа. Ҙурлығы 1 см2 самаһы була. Эрерәк ҡырҡҡандар за бар. Ьалманы һурпала бешерәләр. Ҡоротлап бирелгән һурпала һалма тәме сығырға тейеш түгел. Ьалма бешкәс, һөзөп алып, өҫтөнә һөзлөк ҡойоп, йылы урынға ултырталар. Өҫтәлгә биргән саҡта һалманы ите менән бергә һалып бирәләр. Борон башҡорттар һалма аҫтына һимезерәк ит йәки ҡаҙылыҡ һалып, ҡул менән һоғондорғандар. Хәзер инде һалма менән итте матурлап һалып, өҫтөнә һуған һәм башҡа тәмләткес үләндәр менән бизәйзәр. Бишбармаҡҡа бер ваҡытта ла картуф йәки кишер һалмайҙар. Бишбармаҡ ул боронғо аш, картуфты белгәнгә тиклем бешергәндәр уны. Ьуған йәки башҡа тәмләткестәр менән бизәү аштың үҙенсәлеген үҙгәртмәй. Ә картуф йәки кишер һалыу бишбармаҡ ашының үҙенсәлеген боза. Милли аш әҙерләгән саҡта уның төп үҙенсәлеген һәр саҡ һаҡларға кәрәк".

Күреүебеҙсә, бишбармаҡ халҡыбыҙҙың борондан килгән традицион милли ашы. Уның үҙенсәлекле бешерелеү ысулы бөгөнгө көнгә тиклем тотороҡло һаҡланған. Бишбармаҡ - ҡунаҡ ашы. Башҡорттарҙа иң ҡәҙерле кешеләргә әҙерләнә торған йәнә бер ашамлыҡ бар - ул ҡазы йәки ҡаҙылыҡ. Ул да бик борондан килгән ҡәҙерле һый - хөрмәт ризығы. Был ашамлыҡ тик йылҡы итенән һәм эс майынан әҙерләнә. Ҡазы һәм уны әҙерләү ысулы тураһында ла үткән быуаттан ҡалған яҙмалар бар. Уның тураһында П.С. Назаров, мәҫәлән, бына ниндәй мәғлүмәт бирә (мәғәнәһен бозмаҫ өсөн уны оригиналда