Jump to content

Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/34

From Wikisource
This page has not been proofread.

борон замандарза уҡ ҡулға эйәләштергән. Был турала иң тәүге Кешелек донъяһы тормошон сағылдырған "Урал батыр" эпосында ла әйтеп үтелә. Урал үзе менән көрәшкә сыҡҡан үгеҙгә былай ти:

Мин дә әрәм итергә,

Үгез, һине тырышмам,

Яфаланып, көс түгеп,

Һинең менән сайҡашмам.

Донъяла һин кешенән

Көслө юғын танырһың, -

Үзең түгел, тоҡомоң менән

Кешегә ҡол булырһың!

Әгәр "Урал батыр" эпосы бынан 2000-4000 мең йыл элек тыуған тип ҡарайбыҙ икән, тимәк, халҡыбыҙҙың һыйыр малы менән дуҫлашыуы ана шул алыҫ заман төпкөлөнә ҡайтып ҡала. Шул дәүерҙәрҙән алып башҡорт халҡы өсөн һыйыр төп йәшәү сығанаҡтарының береһенә әүерелгән. Бөгөнгәсә ул йорттағы иң ҡәҙерле, иң хөрмәтле мал булып һанала. Уның һөтөнән организмға кәрәкле тиҫтәләгән ризыҡтар әҙерләнгән. Шуға күрә халыҡ һыйыр һөтөн ҡәҙерләп һәм хөрмәтләп, унан әҙерләнгән бар ризыҡтарзы ла бер дөйөм исем менән "Аҡ" тип йөрөткән. Аҡ - ул сафлыҡ, паклыҡ, яҡтылыҡ, яҡшылыҡ символы. Шуға күрә һәр бер юлға сығыусыны аҡ (һөт, ҡа тыҡ,ҡымыҙ. айран) эсереп оҙатҡандар, юлдан ҡайтҡандарҙы аҡ һоноп ҡаршы алғандар. Ул йола бөгөн дә һаҡлана. Мәҫәлән, республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығыш райондарында егеттәрҙе әрмегә оҙатҡанда аҡ эсерәләр һәм