һапырып, төйөрһөҙ генә ҡайнатып алғандан һуң, һыуытырға ултыртаһың һәм һыуынып сыҡҡас, киндер йәки таҫтамалдан тегелгән тоҡҡа ауҙараһың. Тоҡто ылашҡа элеп ҡуяһың. Эркет һарҡа башлай, йәғни тамсылап аға. Тоҡсай аша аҡҡан ҡорот һыуы "эркет һыуы" тип атала. Элек-электән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары эркет һыуы менән сәс йыуғандар. Шуғалыр за уларҙың сәс толомдары озон, ҡуйы булып, ҡояшта йылҡылдап торған.
Ике көн һарҡҡас, ҡоротто тоҡтан алып, зур табаҡҡа ауҙараһың да ҡамыр һымаҡ итеп баҫаһың. Озаҡ һаҡларға, ашҡа һалырға кәрәк булһа, тоз һалаһың. Тартылған муйыл, кипкән ҡарағат ҡушып сәйгә ҡуйырға ла әҙерләп була. Баҫҡас, йомғаҡҡа әүәләйһең дә ылашҡа һалып киптерәһең. Ҡайһы бер яҡ башҡорттары ' ҡоротто эҫе мейескә ултыртып киптерә. Улай итһәң ҡорот ҡаты була, таты ла китә. Еләҫ урында, өҫтөнә марля.ябып киптерәһең, ҡорот үз тәмен, йәмен юғалтмай (информатор С. Әйүпова ауыҙынан).
Ҡайһы бер төбәктәрҙә ҡыҙыл ҡорот әҙерләнә. Аҡһымға, минераль тоҙҙарға бай был ризыҡты түбәндәгесә әҙерләйҙәр: яңы һөткә әсегәнен ҡушып талғын утта ҡайнатаһың. Аҡ ҡороттан айырмаһы шунда: уны һарҡытмайһың, ә даими рәүештә болғап тороп, һыуы парға әйләнеп бөткәнсе ҡайнатаһың. Шул саҡта ҡорот ҡыҙыл төҫкә инә. Уға аз ғына шәкәр ҡомо һибеп, йәки бал ҡушып, сәй янына бирәләр.
Ҡорот әҙерләү, уның файҙаһы хаҡында үткән быуаттарҙан ҡалған мәғлүмәттәр бихисап. Мәҫәлән, Д.П. Никольский үрҙә күрһәтелгән ҡорот яһау ысулын