все это время в комплексном хозяйстве башкир поддерживались хотя бы самые простейшие навыки выращивания злаков" (22. 78- 79).
Шул уҡ авторҙар әйтеүенсә, XIX-XX быуаттарҙа башҡорттарҙың туҡланыу рационында бөртөклө культуралар: бойҙай, арыш, борай, арпа, һоло, тары киң ҡулланыла башлай. Борсаҡ һәм ҡарабойҙай аштары ла көнкүрешкә инә. Шулай ҙа электән килгән традиция буйынса, күпселек халыҡта бойҙай, ә көньяҡ-көнсығыш башҡорттарҙа арпа һәм тары киңерәк файҙаланыла.
Башҡорттарҙа бөртөклө ашлыҡтарҙы ҡулланыу, эшкәртеү, уларҙан төрлө аш-һыу әҙерләүҙең күп төрлө ысулдары бар. Мәҫәлән, бойҙайҙы һәм арышты элек-электән он итеп тартҡандар. Арпа, тары, һоло һәм бойҙайҙы төйөп ярма әҙерләгәндәр. Арпа менән бойҙайҙы ваҡламай, бөтөн килеш тә бешергәндәр. Төп иген эшкәртеү ҡоралдары булып оҙаҡ ваҡыт ҡул тирмәндәре (ағас тирмән, таш тирмән) һәм төйгөс (киле) һаналған. Ашлыҡты ҡабағынан таҙартыу (кәбәгең һурҙырыу) өсөн төрлө ысулдар ҡулланылған. Арышты һәм бойҙайҙы бүрттергәндәр һәм эҫе мейестә ҡыҙҙырғандар. Ьолоно бер аҙ ҡайнатып алғандар һәм киптергәндәр. Шулай ҙа йышыраҡ бөртөклө ашлыҡтарҙы (тары, арпа, арыш һ.б.) ҡаҙанда ҡыҙҙырып алғандар. Асылда, был игенде термик эшкәртеү ысулы ла булған. Эшкәртелгән ашлыҡты ағас килелә төйгәндәр йәки ҡул тирмәндәре ярҙамында онтағандар.
Башҡорттарҙа игенселек кәсебенә бәйле аш-һыуҙарҙы ике төркөмгә айырып ҡарарға мөмкин: ҡамыр аштары һәм ярма аштары. 46