өҫтөндә боҙлоҡ (ҡар ҡабығы) барлыҡҡа килә. Һунарсылар саңғылар кейеп, йәнлектәрҙе шул ҡар өҫтөнөн ҡыуғандар. Улары иһә ҡарға батып, аяҡтарын боҙлаҡҡа киҫеп, тиҙ арала хәлдән тайғандар. Ҡыуып еткәс инде уҡ, һөңгө, суҡмар эшкә ҡушылған.
Ит өсөн йәнә ҡыр ҡаҙҙары, ҡыр өйрәктәре, һуйыр, ҡор, ағуна, сел кеүек ҡыр ҡоштарын аулағандар. Уларҙы йыртҡыс ҡоштар ярҙамында ла тотҡандар, уҡ йәки мылтыҡ менән дә атҡандар. Шулай уҡ махсус япмалар ҙа ҡулланғандар. Яима (әүен) менән аулау ысулы тураһында И. Казанцев XIX быуатта бына нимә тип яҙып ҡалдырған: "Иногда устраивают в лесу большую корзину с закрышкой на вертеле, на которую кладут прикорм. Прельщенная этою приманкою птица лишь только спустится, тотчас проваливается в корзину" (10. 56). Ҡыр ҡоштарынан торнаға, бөркөткә, ҡарғаға, аҡҡошҡа, ҡарсығаға, ябалаҡҡа, өкөгә һунар итеү тыйылған булған. Был, бер яҡтан, боронғо тотемистик ҡараштарға һәм ышаныстарға бәйле булһа, икенсенән, үҙ ярҙамсыларын (бөркөт, ҡарсыға) хөрмәтләү, уларға ихтирамлы булыуға бәйле. Шулай уҡ йыртҡыс йәнлектәрҙең итен дә ашамағандар. Һирәк-Һаяҡ дарыу сифатында бурһыҡ Һәм айыу ите файҙаланылған. Ҡоралай, мышы итенән алда яҙып кителгән итле ризыҡтар әҙерләнгән. Ҡош итенән туҡмас, төрлө бәлештәр бешергәндәр, ә поход шарттарында ағасҡа ҡаҙап, утта ҡыҙҙырғандар. Юлда йөрөгәндә, һунарҙа булғанда ҡыр кәзәләрен ергә күмгәндәр һәм өҫтөнә ут яғып бешергәндәр.
Балыҡсылыҡ менән дә башҡорттар элек-электән даими шөғөлләнә. Башҡортостан тәбиғәте балыҡсылыҡ өсөн дә ифрат