Jump to content

Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/72

From Wikisource
This page has not been proofread.

закондары буйынса, ҡотолғоһоҙ) нәҡ йола күренештәре һәр халыҡтың милли булмышын сағылдырыусы иң мөһим билдәләрҙән иҫәпләнә. Шуға ла берәй халыҡ хаҡында мәғлүмәт тупларға булһалар, тикшеренеүселәр иң әүәл уның йолаларына иғтибар иткән. Башҡорттарға ҡағылған хеҙмәттәр зә шуға дәлил. Әхмәт Ибн-Фадлан (X б.) һәм Әбү-Хәмит Әл-Ғарнати (XIII б.) ҡалдырған сәйәхәтнамәләрҙә башҡорттарҙың мәжүсиҙәргә хас йолалары (төрлө илаһи заттарға ышаныузары) телгә алына. Башҡортостан тураһында ҡыҙыҡлы күҙәтеүҙәр ҡалдырған рус тикшеренеүселәре В.Татищев, П.Рычков, И.Георги, И.Лепехин (XVIII б.), П.Кудряшев, В.Даль, B.Черемшанский, С.Рыбаков (XIX б.), Д.Зеленин, C.Руденко, М.Салтыковтарзың хеҙмәттәрендә лә башҡорт йолаларын , сағылдырған мәғлүмәттәр күп. Улар йоғонтоһонда үзебеззең мөхиттән сыҡҡан П. Назаров, Б.Юлыев, М.Өмөтбаев, F. Вилданов, Н.Таһиров, X.Ғәбитов кеүек ғалимда рыбыз фольклор-этнографик материалдар йыйыуға, уларзы өйрәнеүгә әһәмиәтле өлөш индереп, һәм киләһе быуын тикшеренеүселәре өсөн матди база әҙерләнеләр. Уларҙың эшен артабан 3.В.Туған, Ғ.Таған, Ф. Инан, Ғ. Амантай, Ә. Ха рисов, К. Мәргән, Ә. Сөләймәнов, этнографтарҙан Г.Кузеев, Н.Бикбулатов, Л.Нагаева, Ф.Фатиховалар дауам итте. Ьөзөмтәлә, башҡорт йолалары хаҡында зур теоретик һәм фактик материалдар тупланды. Был иһә башҡорт халҡының йола һәм милли байрамдарын яҡшы күз алдына баҫтырырлыҡ мәғлүмәт бирә.

Этнографтар йолаларҙы ғаилә-көнкүреш йолаларына һәм календарь йолаларға бүлеп өйрәнә. Һүз материалынан