Саҡырылмаған ҡунаҡты башҡорттар артыҡ күрмәгән, киреһенсә, уны "тәңре ҡунағы" тип хөрмәт күрһәткән. "Маҡтап йөрөйһөң", "Яҡшының ҡунағы - бер көндә", тип һыйлаған, ә инде саҡырылып та килмәүҙе языҡ эш тип белгән. Йола байрамына килмәү, мәҫәлән, һаранлыҡ билдәһе тип баһалана. Ҡарға бутҡаһына саҡырыусылар шулай ти:
Ҡарғатуйға бар, бар!
Ҡарғатуйға бармағандың
Күңеле булыр тар, тар.
(19. 200)
Йыйын-байрамдарза ҡәҙимге ризыҡ йыйыла. Әммә ризыҡ бергә ҡушылып бешеп сыҡҡас, ул инде ҡәҙимге булмай. Сөнки күмәк кешенән йыйылып, бер ҡаҙанда, бер мейестә, бер табала бешә һәм бергәләп ашала. Шул уны йола ризығы итә. Берәүҙең ризығы менән, мәҫәлән, ҡорбан ғәйетендә бер кеше биргән малды салып, күмәк кеше һыйлана икән, ул да йола ризығы була. Йола байрамдарына махсус әҙерләнә торған аш-һыу за (ҡарға бутҡаһы ла, ураҡ бөткәс ер өҫтөндә әҙерләнгән бутҡа ла, кәкүк сәйенә килтерелгән аҡ ризыҡ та, яз башында әруахтарға аят уҡытҡас, ашала торған баш ите лә) шундайзар рәтенә инә.
Йола ризығының мәжлестән һуң артып ҡалыуы, етем- еҫергә, ҡош-ҡортҡа өлөш сығарылыуы шарт. Ҡарға бутҡаһы байрамында ҡарғаларға өлөш ҡалырлыҡ самала бутҡа бешерелә. Кәкүк сәйендә кәкүк ҡунған ағас төбөнә ҡойоп китерлек аҡ ризыҡ арттырыла.