Саҡырмаҫы, кәкүк, эй, ҡаршымда,
Саҡырһаңсы ағас башында,
Саҡырмаҫы, ҡошҡай, эй, ҡаршымда, -
Хәсрәт кенә бирмә башыма.
"Кәкүк сәйе" йолаһында ла башҡорттарҙың ҡош- ҡорттарға, ғөмүмән, тәбиғәткә булған мәрхәмәтлеләге, изге күңеллелеге кәүҙәләнеш таба.
Башҡорттарҙа туҡланыу-ризыҡланыуға бәйле йәнә "Ҡуҙғалаҡ байрамы" тигән йола йәшәп килгән. Исеменән үк аңлашылыуынса, ул яз көнө, ҡуҙғалаҡ сыҡҡас уҙғарылған. Әммә был байрамды ҡырға ҡуҙғалаҡ ашар өсөн сығыу тип кенә, ябайлаштырып аңларға ярамай. Ул да халыҡтың тәбиғәт эйәләренә, хозай тәғәләгә ҡышты имен-аман үткәндәре, ризыҡлы язға килеп еткәндәре өсөн ҡыуаныс һәм рәхмәт йөзө күрһәтеү. Шуға ла бында ҡорбан салғандар, уйын-көлкө, төрлө бәйгеләр үткәргәндәр. Әлбиттә, иң тәү ризыҡ ҡуҙғалаҡ булған. Уны сей көйөнсә лә ашағандар, бутҡа итеп тә бешергәндәр. Витаминға һыуһаған язғы организм өсөн уның файҙаһы бигерәк зур булған.
Ҡуҙғалаҡты беренсе башлап ҡапҡанда: "Мин киләмен- ауызың ас, мин киләмен - зәңге ҡас!" - тигәндәр. Бында боронғо халыҡтың һүз магияһына ышаныуы, тәбиғәтте тере итеп ҡабул итеүе сағыла. "Мин киләмен - ауызың ас!"-* ти ҡуҙғалаҡ, йәғни "туйындырам, әзер бул!" - тиц әйтеүе иһә, ғәмәлдә, цинга ауырыуын ҡыуалау ул. Ҡуҙғалаҡта был сиргә ҡаршы тороусы дарыу-витаминдар булыуын белгән боронғо халыҡ.