Ҡоҙағыйҙың йомартлығын,
Ошо ерзә һынайыҡ!
Һаранды ’ үсекләп, йомартты маҡтап, һабасылар төнгә
тиклем йөрөйҙәр. Һуңынан төп йортҡа ҡайтып, таңға
тиклем шау-гөр килеп күңел асалар.
Ҡайһы бер яҡтарҙа, мәҫәлән, Эйек бассейнында, "бирхауай ите" тигән йола уҙғарыла. Ьәр һыйлаусы пар килгән ҡоҙаларҙы үҙҙәренең өйөнә саҡырып ала. Бында мотлаҡ рәүештә бишбармаҡ бирелә, табын түренә әсе бал ҡуйыла. Уны кәсәләргә ҡойоп бирәләр. Кәсәне ҡайтарғанда һәр кем уның төбөнә тәңкә һала. Бында эселгән балды "мир балы" тип тә әйткәндәр.
Туйҙың иң аҙаҡҡы көнө "хуш ите", "хуш ашы" йәки "сыбыртҡы ите" тип аталған. Был йола көньяҡ Башҡортостанда, бигерәк тә Һаҡмар бассейнында ныҡ таралған һәм хәҙерге көндә лә күҙәтелә.
"Сыбыртҡы ите" йолаһы түбәндәгесә уҙғарыла: ҡыззың ағаһы йәки яҡын туғаны тунды тиҫкәре яғы менән кейә, башына бүрек, биленә билбау бәйләп бейей. Уны "сыбыртҡысы" йә "көтөүсе" тизәр. Сыбыртҡыны, ғәҙәттә, һаламдан, бесәндән үреп, үрмә осона өс ҡызыл суҡ бәйләйҙәр. "Көтөүсе" һалам сыбыртҡыһын болғай-болғай барыһына ла һуғып сыға, үзе: "Ат егеүле, ҡыбырлаһағыҙ за була! Ат ҡойроғо төйөлгән, айыу туны кейелгән. Хуш! Хуш!"- тип һамаҡлап бейей.
Иң тәүзә ул төп ҡоҙаға һуға, уныһы сыбыртҡысының билбауына ҡағыз аҡса ҡыҫтыра. Һуғылған һәр кем