Jump to content

Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/97

From Wikisource
This page has not been proofread.

бирәләр. Был йолала йәш ҡатынға түл ҡото, әсәлек бәхете теләү мотивтары күренә. Өлөш бүлгәндә, ҡызға (буласаҡ әсәгә) эс-ҡарын биреү - ҡатын ҡарынына (бала ятыр урынға) ныҡлыҡ, түллек теләү, ә тәңкә ҡушып биреү ҡот теләүгә ишара.

Ошо мәжлестән һуң еңгәләр китәһе ҡызға шаршау тегешәләр, йырзар йырлайҙар, сеңләү һамаҡтары әйтәләр.

Туйза төрлө ризыҡтар, аш-һыузар менән оҙатылған башҡа төр вағыраҡ йолалар за атҡарыла. Уларҙың һәр береһенә махсус туҡталып тормайынса, дөйөмләштереп шуны әйтергә була: һәр ике яҡта ла өсәр, дүртәр көнгә һуҙылған туй мәжлесе уйын-көлкө генә сараһы түгел, ә аш-һыузар бәйгеһе, бергәләшеп һыйланыу байрамы ла. Ул оҙаҡҡа иҫтә ҡалырлыҡ күркәм булһын өсөн, табынға иң ҡәҙерле, иң тәмле ризыҡтар ҡуйылған, уларзы әҙерләү өсөн ауылдағы иң оҫта бешереүселәр саҡырылған. Туй һыйына ҡарап хужаларҙың ҡунаҡсыллығы, ихласлығы, матди хәле баһаланған. Шуға күрә лә был байрамға бик етди һәм ныҡлы әҙерләнгәндәр.

Элегерәк башҡорттарҙа "бала бағыу" йолалары киң таралған булған. Улар бер нисә өлөштән тороп, тыуған көндән алып, исем ҡушыу мәленә тиклем һуҙылған. Уларзы түбәндәгесә исемләргә мөмкин: "бала ҡаршылау", "бала күрһәтеү", "ҡарын сәсе алыу", "бала ауыҙландырыу", "исем ҡушыу" һ.б. Уларҙың махсус ризыҡтар менән оҙатылғандарына туҡталып китәйек. Бала ҡаршылау йолаһы ошолайыраҡ үткәрелгән: тыуған көнөндә үк баланы әсәһе менән бергә мунсаға алып