Ҡураныс (ырғыҙ һөйл.) - ҡыҫаныс, әҙ, етерлек түгел;
Ҡур итеү (һаҡмар һөйл.) - хур итеү;
Ҡурҡҡы (дим һөйл.) - ҡарасҡы;
Ҡурмыш (урта һөйл.) - һаран;
Ҡурылмау (ҡыҙыл һөйл.) - ыжламау;
Ҡурылыу (урта, һаҡмар, ырғыҙ һөйл.) - һаранланыу; (сал- йоғот һөйл.) - сикәнеү;
Ҡурыу (көнсығыш диал.) - ҡыҫыу, тетеү; (гәйнә һөйл.) - һыҙлатыу; (урта Урал һөйл.) - өшөтөү;
Ҡур ҡуйыу - яҙғы буръяҡ йылғаның кире ағымына балыҡ аулай торған оҙон тотҡалы ҙур сүмес ау ҡуйыу;
Ҡур һалыу, ҡур түләү - һалым, яһаҡ түләтеү;
Эллин (грек) телендә лә бар был мәғәнәгә эйә һүҙҙәр: курастика - арыным, куразменос - арыған ир кеше, кураз- мени - арыған ҡатын-ҡыҙ (ҡурһыҙ, хәлһеҙ ҡалған). Был осраҡта «ҡурһыҙ» булыу - көс-ҡеүәтһеҙ, ҡотһоҙ, яҡлауһыҙ ҡалыуға тиң.
Миҫалдарҙан аңлашылыуынса, «ҡур» - йәндең тереклек итеүенә булышлыҡ итеүсе һәм тик нескә кимәлдә тойолоусы бер көс, тәнде йәшәү сығанағы булған йылылыҡ менән тәьмин итеүсе ҡеүәт тип аңлап була. Ошо күҙлектән сығып ҡараһаң, «ҡур» һүҙенең «ҡуҙ, ҡыҙыу», йәки «утта тотоу» мәғәнәһенә тап килеүен күҙәтергә мөмкин:
Ҡурау - ҡояшта үтә ныҡ кибеү, ҡороу;
Ҡурылыу - кибеп ҡорошоу;
Ҡурыу - ҡорола, йәки майға ҡыҙҙырыу;
Ҡурҙаҡ - утта ҡурылған ит;
Ҡурғы - бойҙай, борсаҡ һ. б. ҡыҙҙыра торған йәйпәк ҡаҙан;
Ҡурғаҙан - бешеренеү өсөн тәғәйен оло ҡаҙан;
Ҡурмас - бөтәүләй ашау өсөн ҡыҙҙырылған бойҙай. Боронғо дин йолаһы буйынса, 21 мартта, көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытта, Науруз байрамында әҙерләнә торған төп ризыҡ. «Бойҙай уңһа - аш булыр, уңмаһа — таш булыр», - тип теләктәр теләгән тереклектең йәшәү сығанағы - ут-ҡояшҡа табыныусы ата-бабаларыбыҙ. Был йола орлоҡ культы менән бәйле, сөнки ул (бойҙай, ҡурмас) - буласаҡ уңыштың башы. Был миҫалдан ата-бабаларыбыҙҙың боронғо замандарҙа уҡ иген үҫтереү менән шөғөлләнгәнен тоябыҙ38.
Ҡурҙаҡ - утта ҡурылған ит;
Ҡурғы - бойҙай, борсаҡ һ. б. ҡыҙҙыра торған йәйпәк ҡаҙан;
Ҡурғаҙан - бешеренеү өсөн тәғәйен оло ҡаҙан;
Ҡурмас - бөтәүләй ашау өсөн ҡыҙҙырылған бойҙай. Борон ғо дин йолаһы буйынса, 21 мартта, көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытта, Науруз байрамында әҙерләнә торған төп ризыҡ.
«Бойҙай уңһа - аш булыр, уңмаһа — таш булыр», - тип теләктәр теләгән тереклектең йәшәү сығанағы - ут-ҡояшҡа табыныусы ата-бабаларыбыҙ. Был йола орлоҡ культы менән бәйле, сөнки ул (бойҙай, ҡурмас) - буласаҡ уңыштың башы. Был миҫалдан ата-бабаларыбыҙҙың боронғо замандарҙа уҡ иген үҫтереү менән шөғөлләнгәнен тоябыҙ38
38 Санскрит: «sasya» — посев, всход, урожай зерна, злаков; башҡортса шулай уҡ һаҡланған: «сәсеу».Small text
66