Jump to content

Page:Rashida kniga.pdf/70

From Wikisource
This page has not been proofread.

Аша сабып уҙалмаҫ,

Менеп еген табалмаҫ,

Мине һаҡлар ҡушташым.

Тик мин мендем башыңа,

Һыйындым мин ташыңа,

Дошманымдан һаҡланып,

Төйәк, тинем, башыма.

Дошман килеп ҡамағас,

Тирәмде ут ялмағас,

Уҡ та булдың, Ҡурташым, һаҡ та булдың, Ҡурташым.

Дошман башын юймайсы,

Инде килмәм ҡашыңа,

Үс алмаһам дошмандан,

Антым етһен башыма.

Тимәк, был таш ҡышҡы һыуыҡтан ҡотҡарыуҙан тыш, һаҡлау, ҡурсалау, йылытыу тылсымына эйә булып сыға.

Эгәр «ҡарыһүҙ» төшөнсәһенең «боронғо, тәүге» мәғәнәһенә тап килеүенән «ҡара» һүҙенең бөтә осраҡтарҙа ла тик төҫтө генә атамай, ә боронғолоҡҡа ишара яһауын иҫәпкә алһаҡ, кәр - I «физик һәләт; көс, ҡарыу» мәғәнәһен биреүҙе лә күҙ уңында тотһаҡ, көр - 1) ит-май ултырған; һимеҙ (хайуандарға ҡарата); таҙа, ябыҡ түгел (кешегә ҡарата); 2) тулы көскә эйә; ныҡлы, баҙыҡ; күр, күреү - «күҙ менән ҡабул итеүгә һәләтле булыу» тип ҡараһаҡ, барлыҡ ҡур/күр, ҡор/көр, ҡар/кәр өлөшсәләренә ниндәйҙер кимәлдә дөйөмлөк хас. Ҡәрҙәш, ҡарындаш һүҙҙәрен дә был урында иҫкә төшөрмәй булмай: кеше булараҡ, тәнебеҙ әсә ҡарынында Илаһтың ҡеүәтенән ярала һәм йәнебеҙ ҙә унан башланғыс ала, һәм, әлбиттә, кире уға ҡайта. Шул уҡ сәбәп- һөҙөмтә бәйләнеше! Яулы көндә ят яҡшы, ҡанлы көндә ҡәрендәш яҡшы тигән мәҡәлдән аңлауыбыҙса, туған-ара мөнәсәбәттәрҙә киҫкенләшеү осраҡтары булыуына ҡарамаҫтан, халҡыбыҙҙа ҡан-ҡәрҙәшлек ептәренең өҙөлөүе хупланмай. Юҡҡамы ни, башҡорттоң үҙ нәҫелдәштәрен ете быуынына тиклем мотлаҡ белергә тейеш булыуы йола, ҡанун рәүешендә үтәлгән һәм халыҡты туплау, бер бөтбнгә ойоштороуҙа төп шарт булып быуындан быуынға күсә килгән. Эргә-тирәбеҙҙәге кешеләргә кендегебеҙ бәйләнгәнгә күрә, был тормошта фәҡәт яҡындарыбыҙ,