This page has not been proofread.
Шуға күрә мең йыллыҡтар дауамында ҡурайҙа уйнау оҫталығына, көйҙәр башҡарыу тәртибенә талаптар көслө. Ябайлығы менән бөйөк ҡурайыбыҙ – боронғолобоҙҙо иҫбатлаусы, бөгөнгөбөҙгә ялғаусы рухи мираҫыбыҙ, ғорурлығыбыҙ.
Башҡортостандың халыҡ яҙыу¬сыһы Мостай Кәрим үҙенең бер хәтирәһендә41 1965 йылда Төркиәләге сәйәхәте ваҡытында Әхмәт зәки Вәлиди Туған менән осрашыуын һүрәтләй. Был ҡыҫҡа ғына аралашыуҙың ахырында халҡы¬быҙҙың бөйөк улы шағирға: «Ҡурай моңо яҙылған граммофон пластинкаһы ебәрә алмаҫһығыҙмы?» - тигән үтенесен еткерә.
Сит-ят тарафтарҙа ярты быуатҡа яҡын ғүмер йәшәргә мәжбүр булған кешенең Тыуған илен һағыныу хистәрен баҫыу өсөн ниндәй кимәлдә ҡурай моңона зар-интизар
41 М.Кәрим. Сәғәт ярым ғүмер. Башҡортостан.2005 № 241