Jump to content

Ай йылынса

From Wikisource
Ай йылынса (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (119-сы бит) ISBN 5-295-03798-3


Ай йылынса


Мосолманда барыһы ла киреһенсә:
Төнө алдан, көнө иһә аҙаҡ килә;
Көнөбөҙҙө беҙ башлаһаҡ Ҡояш менән,
Мосолманда башлана Ай тыуғас, тигән...

Хикмәт барҙыр был үлсәүҙә, ахырыһы,
Яҙмыштарҙың йондоҙҙарға яҙылыры,
Бар йыһандың уйға талып ҡалған мәле,
Ғашиҡтарҙың хис-сихырҙа янған мәле...

Бар мәшәҡәт, ығы-зығы тынған осор,
Әсә улын күкрәгенә ҡыҫып ҡосор,
Әлли-бәлли...
Бишек йыры ишетелер,
Яҡты бүлмә төн шомона ишек элер.
Уй менән тик Хыял ғына яңғыҙ ҡалыр,
Сәскә атыр бер кем күрмәҫ андыҙҡайың.
Һүҙ тигәнең шиғыр булып түгелер ҙә,
Өй тигәнең йыр-моңдарға үрелерҙәр...

Хикмәт барҙыр:
Тәүлек башы – ҡояш байыу,
Көнө аҙаҡ, төнө иһә алдан барыу,
Бөйөк фекер ярала, ти, төн ауышҡас...
Сабыйҙар күп тыуалар, ти, алһыу таңда...

Мосолманса йәшәй ғаләм!
Тик беҙ генә
Өҙөлгәндәй, гүйә тәсбих тиҫбеһенән,
Ҡояш йылын һеңдергәнбеҙ аңыбыҙға,
Ә Ай йылы йәшәй, йәшәй ҡаныбыҙҙа!



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.