Jump to content

Беҙ табылдыҡ бөгөн генә

From Wikisource
Беҙ табылдыҡ бөгөн генә (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (118-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Беҙ табылдыҡ бөгөн генә*


Зинһар ауыр ҡағылмағыҙ
Беҙҙең быуын йәштәренә,
Ышанғанбыҙ, инанғанбыҙ
Тыуған илдең хәстәренә.
Беҙ ғәйепле – хаҡиҡәттең
Тапалғанын күргән өсөн,
Хыялдарҙың зәңгәр атын
Ғәмһеҙлеккә күмгән өсөн.
Беҙ ғәйепле, һөйләшкәнгә
Ысынбарлыҡ теле менән.
Көнө етмәй сыҡҡан өсөн
Сыҙамлылыҡ тиреһенән.
Ҡағылмағыҙ яраларға
Кисерегеҙ түҙем генә–
Беҙ юғалған быуын түгел,
Беҙ табылдыҡ бөгөн генә,
Беҙ табылдыҡ бөгөн генә...

  • Беҙ юғалған быуын түгел - яңы атамаһы (2023)



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.