Мостай Кәрим «Республикабыҙҙың төньяҡ ҡапҡаһы» тип нарыҡлаған Яңауыл – Башҡортостанда ғына түгел, унан ситтә лә киң танылыу алған бихисап арҙаҡлы шәхестәрҙең тыуған төйәге. Төрлө йылдарҙа халыҡ хужалығының күп тармаҡтарында шөһрәт һәм дан ҡаҙанған хеҙмәткәрҙәр, хәрбиҙәр, шағир һәм яҙыусылар, мәҙәниәт һәм сәнғәт әһелдәре – яҡташтарының оло ғорурлығы.
Улар араһында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Гәрәев айырым урын биләй. Ҡыҫҡа ғына ижади ғүмерендә «Ҡыҙыл ҡәнәфер» халыҡ-ара йыр фестивалендә Гран-при яулап өлгөргән, Бөтә Союз һәм Рәсәй кимәлендәге күп конкурстарҙың лауреаты булған, Ғәлимов Сәләм исемендәге республика йәштәр премияһын алған, башҡорт йыр сәнғәтен илебеҙҙән ситтә лә танытҡан Радик Арыҫлан улының яҡты иҫтәлеген яҡташтары ҡәҙерләп һаҡлай. Яңауылдағы мәктәп һәм урамға уның исеме бирелгән, вокалсыларҙың Радик Гәрәев исемендәге асыҡ конкурсы үткәрелә. Уның сираттағы бишенсеһе үҙенсәлекле опера һәм эстрада йырсыһының тыуыуына алтмыш йыл тулған көндә үтте.