Jump to content

Башбит/Бөгөнгө анонстар/2018/28

From Wikisource

 -  2018 йыл анонстары - 

Аҙналар: 1  2  3  4  5  6  7  8  9  10  11  12  13  14  15  16  17  18  19  20  21  22  23  24  25  26  27  28  29  30  31  32  33  34  35  36  37  38  39  40  41  42  43  44  45  46  47  48  49  50  51  52  53


Моңланды гармун...

Кешелекте йыр-моң быуаттар төпкөлөнән оҙатып килә. Шуға ла халҡыбыҙҙа, милли ҡоралыбыҙ ҡурай тартыу менән бер рәттән, гармунда уйнауҙың да киң таралыуы бер ҙә ғәжәп түгел. Тәбиғәттән бирелгән был маһирлыҡ күптәрҙә быуындан быуынға күсә. Гармунды бала сағында тәү тапҡыр һыҙғыртҡан бәғзеләр уны ғүмер буйы ҡулынан төшөрмәй, уйнаған көйҙәренән күңел ҡәнәғәтлеге лә ала, әйләнә-тирәләге кешеләрҙең дә кәйефен таба. Ошо фекерҙәрҙе күптән түгел Яңауылда үткән Фәтих Иҡсанов исемендәге «Моңға бай гармун байрамы» тигән йыр-моң тамашаһы тағы бер тапҡыр дәлилләне. Ул беҙҙә 2003 йылдан алып уҙғарыла.

2013 йылда «Рәсәй мәҙәниәте» тип аталған маҡсатлы федераль программаға индерелгән был матур сара йылдан-йыл билдәлелек яулай бара. Ике йыл элек уҙғарылған һигеҙенсе бәйгелә, мәҫәлән, республиканың алты ҡалаһы һәм 28 районынан, күрше Пермь крайы һәм Удмурт Рес­публикаһынан, алыҫтараҡ ятҡан Ханты-Манси автономиялы округынан бөтәһе 70-тән ашыу һәүәҫкәр гармунсы, популяр музыка ҡоралында уйнаусыларҙан торған 25 ансамбль ҡатнашһа,


Category:Ансар Нуретдинов мәҡәләләре