Jump to content

Бер минут. Шәйехзада Бабич

From Wikisource
Бер минут (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Ижад итеү ваҡыты: 1914. Сығанаҡ: Бабич Шәйехзада. Беҙ үҙебеҙ - башҡорттар: шиғырҙар, поэмалар, фельетондар, мәҡәләләр, хаттар, көндәлектәр. - Өфө: Китап, 1994. - 640 бит.


Бер минут


Бер минутта ташты күңелем, бер минутта булды ут,
Берсә янды, берсә туңды, барыһы булды бер минут.

Бер минут бар донъяһын ҡарғап ҡабынды уттарым,
Янды, көйҙө, парса-парса булды меҫкен күкрәгем.

Эйе, янды күкрәгем... Тик, юҡ, ләкин меҫкен түгел,
Был йөрәк — утлы йөрәк, үткен күңел, киҫкен күңел.

Ул яна, тик ҡайғырып янмай, яна шатлыҡ менән,
Ул яна был донъяны күрмәк булып аҡлыҡ менән.

Ул яна... Сеү, һипмәгеҙ һыу; эйе, ул янһын әле!
Янған уттар күҙҙәремдән йәш булып тамһын әле!

Там, минең күҙ йәштәрем, там, там, тамып тор мәңгегә,
Ян, минең аҡ күкрәгем, ян, ян, янып тор мәңгегә.


1914