Jump to content

Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар. Шәйехзада Бабич

From Wikisource
Беҙ үҙебеҙ — башҡорттар (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Сығанаҡ: Бабич Шәйехзада. Беҙ үҙебеҙ — башҡорттар: шиғырҙар, поэмалар, фельетондар, мәҡәләләр, хаттар, көндәлектәр. — Өфө: Китап, 1994. — 640 бит.


Беҙ үҙебеҙ — башҡорттар


Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар,
Күп ырыуға баш йорттар.
Беҙҙә гәүһәр, беҙҙә йәүһәр,
Беҙҙә һәр бер ашлыҡтар.

Беҙҙә тиңһеҙ сәхрәләр.
Сәхрәләр – ожмах улар;
Унда гөлдәр тирбәнеп,
Йәмләнергә саҡыралар.

Унда ҡоштар һайраша,
Күлдә ҡамыш шаулаша.
Ҡамыш буйы әрүшә,
Тамаша, әй тамаша.

Беҙҙә ҡалын урмандар,
Беҙҙә данлы Урал бар;
Урал аҫты алтындыр,
Өҫтә – шәфҡәт балҡыйҙыр.

Һиҙен, башҡорт, бәхетеңде,
Төшөн, башҡорт, атыңды;
Күрер өсөн тәхетеңде,
Истиҡбалың алтынлы.