Jump to content

Йондоҙло төн

From Wikisource
Йондоҙло төн (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (141-се бит) ISBN 5-295-03798-3


ЙОНДОҘЛО ТӨН*


Бәхет, бәхет бит был,
Төн йоҡламай,
Илем күге менән һөйләшәм,
Илем кеүек йылы ҡулдарымдан
Һәр бер илгә йондоҙ өләшәм.

Йәлләмәйем һис тә, алығыҙсы,
Һәр бер өйҙә йондоҙ балҡыһын,
Ай таратһын, тамсы нурын һибеп,
Илкәйемдең йылы ялҡынын.

Айҙың мөгөҙ бокалынан мәллә,
Шатлығыма тамам иҫерҙем:
Ышандым мин –
Кескәй планетала
Булмауына бөгөн сит ерҙең!

Дуҫ булайыҡ, тиеп, ҡулын һуҙҙы
Сағыу йондоҙҙары Еремдең.
Тәҙрәләрҙә уттар терелде.
Ә офоҡтан бер моң түгелде...



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.