Йомола күҙҙәр… Ҡулымдан
Төшәм, ти, ҡәләмем дә…
Энә менән ҡоҙоҡ ҡаҙам
Йоҡларға кәрәгендә.
Иртәгә лә көн бар әле
Һис тә кәмемәҫ эшем,
Ниңә шиғыр яҙманың, тип
Әйтмәҫ иртән бер кеше.
Тик шулай ҙа төшмәй әле,
Елберҙәй генә ҡәләм,
Бер туҡтауһыҙ һүҙҙәр теҙә
Йоҡлағанда бар ғәләм.
Күҙҙәрем, һеҙ йомолмағыҙ,
Күрмәйсә гүзәллекте,
Ҡулдарым, алығыҙ Ерҙән
Ҡоростай түҙемлекте.
Йоҡлама, йоҡлама, кеше,
Бөтөрмәйсә эшеңде,
Аҙаҡтан үкенеүеңдән
Ҡыҫмаҫ өсөн тешеңде.
Һуңламаҫ өсөн йәшәргә,
Ҡоламаҫ өсөн артҡа,
Янып эшлә,
Төн яҡтырыр,
Тағы ла бер шәм артһа.