Jump to content

Күңел атым

From Wikisource
Күңел атым (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (91-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Күңел атым


Аҡылымды халҡым биргән
Ялҡын менән һуғарамын,
Шиғриәтем баҫыуына
Күңел-атым туғарамын...

Тышамайым.
Ышанмайым:
Ҙур йылғанан шишмә ҡалған?
Ҡайҙа һаумал ҡымыҙ тәме –
Сәскәләргә тулы ялан?!

Эй, еркәйем,
          уйға ҡалам,
Табалмайым яуап һаман.
Кем ғәйепле?
Күңел-атым
Яраларын ялай ана...



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.