Jump to content

Ҡышҡы урман

From Wikisource
Ҡышҡы урман (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 1999.Йомаш. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (90-сы бит) ISBN 5-295-03798-3


Ҡышҡы урман


Рәхим итсе әкиәт һарайына,
Мөғжизәләр әле бөтмәгән!
Һин үтәһе юлды, эйе, ышан,
Бер кем, бер кем әле үтмәгән!

Һин килә тип, ҡыш-сихырсы һылыу
Һарайына көмөш ялатҡан,
Ағас-кәләштәргә мәрйен һибеп,
Ҡыуаҡтарға ынйы таратҡан.

Һаҡһыҙ ғына тик бер ҡағылһаң да
Сыңлап түгелер төҫлө моң ғына...
Һин ҡағылма!
Шаулы был заманда
Мөғжизәгә бағып тор ғына.
Тын ғына...



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.