Ҡырҡылған алма шикелле–
Егет, ҡыҙ – ике ярты,
Өйләнешкәс, әйтәләр бит:
“Үҙ яртыларын тапты!”
Ярты күңел,
ярты өмөт,
Ярты йән,
ярты аҡыл...
Тыумаҫ борон ниндәй даһи
Билдәләп ҡуйған хаҡым?
Бәхетем дә, иш тапмаһам,
Яп-яртымы ни минең?
Ярты йөрәк,
ярты теләк,
Ярты ғынамы һүҙем?
Бөтә күҙәнәгем тулып,
Нәфрәтем ошо һүҙгә
Түгелһә, ғәфү итегеҙ,
Ғәҙелһеҙлеккә түҙмәм!
Мин – ҡатын-ҡыҙ,
Тик бәхетем,
Уйым да, хыялым да
Үҙ яртым тап килмәгәнгә
Тормайсы ыуалырға!
Түп-түңәрәк һутлы алма –
Күңелем түгел китек,
Ал ҡулыңа ул алманы
Бөп-бөтөн генә итеп.
Йөрәгеңә ял алырлыҡ
Яҙ наҙына тулғанмын,
Ғүмер буйы һоҡланып та
Ҡарап туймаҫ булғанмын.
Бүлгеләмә.
Бөп-бөтөн мин,
Бер кем яртыһы түгел,
Ҡулдарыңдың йылыһынан
Нурланып балҡыр күгем,
Йәшәрер, йәшнәр үҙем!