Шунан һуң күмәкләшеп сәй әсәләр. Сәй янына бал, май, бауырһаҡ йәки сәксәк ҡуйыла. Шуны "еп сәйе" тиҙәр.
Башҡорт ауылдарында элек-электән нигеҙ ҡороу йолаһы уҙғарылған. Ҡайһы бер төбәктәрҙә ул әле булһа һаҡлана.
Был йола ла ашау-эсеү, махсус һыйҙар менән оҙатыла. Өй нигезе һалған көндө ауылдаштары хужаға төрлө ризыҡ килтерә. Ярзам иткән кешеләргә шул ризыҡтан ашамлыҡ бешерелә. Ул аш-һыу төрҙәренә мотлаҡ бутҡа бешереү ингән. Уны "нигез бутҡаһы" тизәр. Был йола бигерәк тә Дим буйы башҡорттарына хас.э Нигез ҡорғанда Ҡорбан да салалар. Ҡорбан итенә ҡарттарҙы саҡыртып, аят уҡытып, фатиха алалар. Быны "нигез ҡорбаны ашы" тиҙәр.
Нигеҙ ҡорғанда урамдан кем уза, шуны саҡырып, май, икмәк менән һыйлайҙар. Быларҙы "нигез майы", "нигез икмәге" тип атайҙар. Өй күтәреүселәргә май ҡаптыралар. Майҙы йәнә өрлөк баштарына, өй мөйөштәренә һөртәләр. Быныһын "өрлөк майы" тизәр. Уны ярҙамлашыусыларҙың һәр ҡайһыһы ауыҙ итергә тейеш. Өй һалынып бөткәс, хужаның дуҫ-ише, туған-тыумасаһы өй ҡотларға килә. Ашап-эскәс, бер туҫтаҡ ҡатыҡты нигез буйына күмгәндәр. Был ырым ғүмер буйы аҡтай саф, бәхетле булығыҙ тигәнде аңлатҡан.
Бура күтәрелеп, йорт әзер булғас, "балсыҡ өмәһе" уҙғарылған. Исеменән үк күренеүенсә, ул йола балсыҡ баҫыуҙан һәм өй һылауҙан торған. Был өмәлә тик ҡатын- ҡыз ҡатнашҡан. Иң әүәл күмәкләп йырлашып,