алдырырға кәрәк. Ғөсөл алып тороп, сабыйҙы ултыртып тотоп тораһын. Шунан сәс алыусы сабыйҙың сәсен ҡыра.
Ҡарын сәсе баланың ҡырҡы сыҡмаҫ элек алына. Баланың ата-әсәһе ҡарын сәсе алыусыға бүләк бирә. Ҡарын сәсен утҡа яғырға ярамай, уны төрөп, бүрәнә ярығына ҡыҫтырып ҡуялар. Шунан “ҡарын сәсе сәй”ен әсәләр.
Балаға исем ҡушылғас, ҡатындар бала күрергә баралар. Был йоланы "таныша барыу" за тизәр. Таныша барғанда ҡорот, май, бал, баҫмаланған (аяҡланған) еп алып килеү талап ителә.
Йәш балалы ҡатын, кешегә килеп, ҡайтырға булһа: Өйзән ҡоро ауыз менән сыҡма, - тип баланың ауыҙына бал, май яғалар.
Баланың ҡырҡы сыҡҡас, уға тәүге ризыҡ биргәндә, әбей-һәбей "бала ауыҙландырыу" йолаһына йыйыла. Әсәй йә өләсәй кеше уларға "сабый ебе" (ҡайһы бер урында "кендек ебе") бирә. Ул, аяҡланып, осо төйөлгән була. Аяҡлы еп биреү - баланың тиҙерәк аяҡланыуын теләү, ололарҙан шуға фатиха һорау ул. Еп әбейзәрзең уң тубығына һалына. Улар доға ҡыла һәм ошондайыраҡ теләктәр теләй:
Озон ғүмерле булһын!
Тиҙерәк атлап китһен!
Ата-әсәһенә изгелекле,
Илгә игелекле булһын!
Тәүфиҡле булһын!
Бәхетле булһын! һ.б.