Jump to content

Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/111

From Wikisource
This page has not been proofread.

Бында бигерәк тә ғаилә-көнкүреш йолалары, айырыуса өмәләр ҙур әһәмиәткә эйә.

Ваҡыт-мизгел (календарь) йолалары иһә кешеләрҙе тәбиғәткә яҡынайта, бар тереклектең ҡәҙерен белергә өйрәтә, йәшәйештең асылын тәрәнерәк аңларға булышлыҡ итә* Кешелек менән тәбиғәт араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләүзә лә уларҙың роле зур.

Шул уҡ ваҡытта традицион йолалар аша без боронғо ата-бабаларыбыҙҙы ң донъяға ҡарашын, психологияһын, холоҡ-фиғелен, тормош-көнкүреш үҙенсәлектәрен тәрәнерәк аңлайбыҙ, киңерәк күҙаллайбыҙ. Йола- байрамдар ҡиммәтле тарихи-этнографик сығанаҡ та булып хеҙмәт итә. Шуға күрә һәр ритуал-байрам тарихсылар, этнографтар, фольклорсылар һәм телселәр тарафынан ентекле өйрәнелергә тейеш.

2. Башҡорт байрам-йолалары мәжлесһеҙ, табынһыҙ үтмәй. Һәр йоланың үзенә күрә тәғәйен аш-һыу рационы бар. Алда килтерелгән мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, йола ризыҡтары, ярма аштары (бутҡалар) өҫтөнлөк итә. Бигерәк тә бойзай, тары, арпа ярмаларына өҫтөнлөк бирелә. Шулай уҡ аҡ ризыҡтар (һөт, ҡатыҡ, ҡымыз, буза) киң файҙаланыла. Бының сәбәптәре шунда: аҡ ризыҡ - изгелек, сафлыҡ символы. Уларзы теләктәр теләгәндә файҙаланыу теләктәрҙең аҡ, саф, изге күңелдән булыуын аңлата. Ә иген культуралары, бигерәк тә бойзай, бар ризыҡтың башы тип ҡарала. "Икмәк барыһына ла баш" тигән мәҡәл быны йөпләп ҡуя.

Күп байрамдарҙа иткә өҫтөнлөк бирелә. Уларҙан традицион милли аштар (бишбармаҡ, өлөш, йүрмә)