Jump to content

Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/112

From Wikisource
This page has not been proofread.

бешерелә. Йола аш-һыузарының терминдар системаһы үзе бер ҡыҙыҡлы тикшеренеү объекты булып тора. Атамаларҙы этнолингвистик планда тикшергәндә был лексик ҡатламды һис кенә лә урап үтеп булмай.

§ 4.Аш-Һыуға бәйле терминдарҙың яһалышы.

Башҡорт телендә һүҙьяһалыш формалары

Терминдарҙың структураһын асыҡлау өсөн иң тәүзә тел ғилемендәге "һүзъяһалыш" тигән айырым бүлеккә туҡталып китергә кәрәк. Милли телдең һүзъяһалыш үҙенсәлектәрен белмәй тороп, атамаларҙың мәғәнәүи асылына теүәл генә төшөнөү мөмкин түгел.

Лингвистика фәненең үҙаллы бер бүлеге булараҡ һүзъяһалышты ң үз объекты, проблематикаһы һәм методтары бар. Уның төп берәмеге булып һүз (тамыр һәм яһалма һүззәр) иҫәпләнһә, өҫтәлмә берәмектәр рәтенә һүз яһау процесында ҡулланыусы төрлө саралар: фонемалар, аффиксаль морфемалар, һүз яһаусы нигеҙ, һүз яһаусы сара, һүзъяһалыш мәғәнәһе, һүзъяһалыш тибы, һүзъяһалыш ояһы һ.б. ҡарай.

Һүҙъяһалыш тел ғилеменең морфология бүлеге менән тығыз бәйләнештә, сөнки һүзъяһалыш процесы күп осраҡта тамыр һәм аффиксаль морфемаларҙың мөнәсәбәттәшлеге, йәғни һүз яһаусы нигеҙҙәрҙең бер- береһе менән ҡушылыузары, ишләшеүзәре, ҡабатланыуҙа р ы йәки һүз яһаусы аффикстар менән ҡушылыузары һөҙөмтәһе булып тора; юҡҡа ғына