"Йәшәйешебеҙ тышҡы донъя, ер, һауа менән айырылғыһыҙ бәйләнештә, ләкин иң мөһиме - аҙыҡ аша булған бәйләнеш. Кешеләр элек-электән ашамлыҡҡа ҙур әһәмиәт биргән... Туҡланыуға ҡарата бөгөнгө белгестәрҙең ҡарашы ниндәй? Кеше нимә өсөн ашарға тейеш?” тигән һорауға, бына ниндәй яуап ишетәбеҙ: "Беҙ, беренсенән, тәндә көс барлыҡҡа килһен һәм физик эш башҡарыуға ҡеүәт артһын өсөн, икенсенән, үлгән туҡымаларҙы яңыртыу, физик, интеллектуаль эш һәм үҫеү өсөн ашайбыҙ. Әҫтәлегеҙҙән ит һәм һөт аҙыҡтары өҙөлмәһен. Улар һөйәктәр өсөн иң кәрәкле аҡһымға, кальцийға бай. Һөттә ан¬ тибиотиктарҙан да көслөрәк матдәләр табылған. Бал һәм һоло ашарға онотмағыҙ. Улар нервылар системаһына иң кәрәкле ви¬ таминдар һәм тоҙҙар сығамағы".
Бөгөн дә тәүтормош кешеләре кеүек туҡланыусыларҙы ос¬ ратып була. Мәҫәлән, Африкала йәшәүсе масайҙар. 14 йәше тулғас, уларға ит, һөт һәм ҡан менән туҡланыу рөхсәт ителә, һәр кем ошо йәшкә еткәс, көнөнә 3 литр һөт, 2 кг ит ҡуллана, тик улар йәшелсә ашамайҙар. Уларҙың сәләмәтлеген һәм физик мөмкинлектәрен тикшергән табиптар әйтеүенсә, масайҙарҙың тән ауырлығы 25 йәштән 55-кә тиклем үҙгәрмәй. Лаборатор тикшеренеү һөҙөмтәләре уларҙың йөрәк эшмәкәрлегенең оҙон аралыҡҡа йүгереүсе олимпия уйындары еңеүселәренекенә ҡарағанда ла яҡшыраҡ булыуын күрһәтә.
Тимәк, аш-һыу, туҡланыу халыҡтың йәшәүен, донъяға булған ҡарашын һәм мөнәсәбәтен тәьми-н иткән иң мөһим фак¬ торҙарҙың береһе.
Аш-һыу, туҡланыуҙың әһәмиәте хаҡында һәр халыҡта әллә күпме мәҡәл һәм әйтемдәр, йырҙар тыуған. Башҡорттарҙа