Jump to content

Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/123

From Wikisource
This page has not been proofread.

ла улар бихисап. Бына шуларҙың бер нисәһе: "Аш бар ерҙә бәрәкәт бар", "Аш ташты иретер", "Ашағандың биле ныҡ", "Аш ҡәҙерен белмәһәң, аслыҡ бирер язаңды", "Аш табылыу - бер бәхет, ашарға иш табылыу - ике бәхет", "Аштан оло булма", "Ас һуғышыр, туҡ килешер", "Башты баш иткән - аш", "Аҙыҡ мул ерҙә ауырыу булмаҫ", "Ауырыу ҙа - аштан, һауығыу ҙа - аш¬ тан", "Ас кешенең асыуы яман", "Ашың күп булһа, дуҫың күп булыр”, "Ас атаһын тыңламаҫ", "Осҡан ҡош, йүгерек кейек -- һәр береһе ризыҡ тиер", "Тамаҡ тамуҡҡа төшөрөр", "Тамағы туҡтың күңеле көр", "Таш, ташты иреткән - аш", "Туйған яман¬ лығын ҡуйған", "Һыйы булһа, көйө табыла", "Йотҡан - йотол¬ маҫ", "Йәш оло түгел, аш оло", "Аслыҡ ҡапсыҡ аҫтырыр, има¬ ныңды һаттырыр", "Ашар өсөн йәшәмә, йәшәр өсөн аша" һ.б.

Күреүебеҙсә, халыҡ ашты, туҡланыуҙы бик юғары баһалай. Аш-Һыу, ризыҡ - ул ташгы иретер көс тә, бәрәкәт, бәхет тә, ҡырын эштәрҙән, яманлыҡтан тыйған ҡөҙрәт тә, күңелдәрҙе күтәрер шөһрәт тә. Шуға күрә халыҡ аш-һыуға, туҡланыуға ҡарата һәр саҡ ихтирамлы ғына түгел, иғтибарлы ла булған. Шул уҡ ваҡытта халыҡ аҡылы ашар өсөн генә йәшәүҙе мәғәнәһеҙлек итеп һанаған. "Ашар өсөн йәшәмә, йәшәр өсөн аша" тигән мәҡәл бының асыҡ күрһәткесе.

Билдәле булыуынса, һәр халыҡтың йеҙәр, меңәр йыл буйы формалашҡан, уның үҙ биологик тәбиғәтенә ярашлы тотороҡло туҡланыу системаһы барлыҡҡа килә. Белгестәр әйтеүенсә, кеше үҙенең йәшенә, физик тибына, кәсебенә, һаулыҡ торошона, уны уратып алған тәбиғәт мөхитенә ҡарап туҡланырға тейеш. Быны башҡорттар яҡшы аңлаған һәм киләһе быуындарға аманат итеп тейешле туҡланыу системаһы ҡалдырған. Ьәр милли туҡланыу