Jump to content

Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/17

From Wikisource
This page has not been proofread.

Шулай за ул яҙмалар, үҙҙәренең төрлө ҡараштарҙы сағылдырыуына ҡарамаҫтан, башҡорттарҙың туҡланыу ризыҡтарының өс төргә бүленеүен асыҡлай:

1) һөт аштары;

2) ит аштары;

3) үҫемлек аштары.

Бөгөн дә күп кенә тикшеренеүселәр үҙҙәренең хеҙмәттәрендә ошо дөрөҫ, әммә тар йүнәлештән сығып эш итә. Милли аш-һыу төрҙәренең сиктәрен киңәйтеүсе С.И. Руденко була. Әйткәнебеҙсә, С.И.Руденко бар башҡорт¬ тарға хас булған йолаларҙы, көнкүрешен һәм уның элементтарын, шул иҫәптән туҡланыу системаһын да, беренсе булып дөйөмләштереп тикшерә һәм монографик планда яҡтырта.

Ул башҡорттарҙың аш-һыуға ҡағылышлы туҡланыу ризыҡтарының төп өс төргә (һөт, ит, үҫемлек) бүленеүен танып, уларзы бығаса ҡағыҙға теркәлмәгән яңы төркөмдәр, төркөмсәләр һәм элементтар менән байыта. Мәҫәлән, уға тиклемге хеҙмәттәрҙә "үҫемлек ризыҡтары"н тик игендән әҙерләнгән аш-һыуҙарға ҡайтарып ҡалдырһалар, С.И. Руденко башҡорттарҙың туҡланыу рационында ҡыр үҫемлектәренең дә зур урын тотоуын билдәләп, уларға киң генә күҙәтеү яһай. Ит ризыҡтарына ул, шулай уҡ, яңы төркөмсә - ҡыр йәнлектәре һәм ҡош- ҡорттарзан әҙерләнгән аш-һыузарзы индерә. Йәнә балыҡсылыҡ һәм балыҡ аштары, татлы ризыҡтар, эсемлектәр тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр килтерә.

Әммә С.Руденконың башҡорт аш-һыузары тураһындағы күҙәтеүҙәре бөтә яҡлап ҡәнәғәтләндерерлек