Jump to content

Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/18

From Wikisource
This page has not been proofread.

кимәлдә түгел. Хәйер, тикшеренеүсе үз алдына был маҡсатты ҡуймаған да. Ул башҡорт халҡына дөйөм этник характеристика бирә, ә халыҡтың туҡланыу йолаһын, аш- һыу системаһын этнографик элемент булараҡ ҡына күҙаллай. Шуға күрә бында байрам-йола аштары тураһында һүз юҡ, йәшелсә һәм унан әҙерләнгән ашамлыҡтар телгә алынмай, ә башҡорттоң борон- борондан төп ҡәҙерле ризыҡтарының береһе булған һәм бөгөнгө көнгәсә үҙенең шифалы сифаттары менән донъяны хайран иткән бал тураһында аш-һыу бүлегендә бер ни әйтелмәй.

Күреүебеҙсә, башҡорт милли аш-һыузарына дөйөм күҙәтеү үткәрелгән, әммә, тикшеренеү объекты булараҡ, уның төрҙәрен асыҡлау эше башҡарылмаған. Ә бит жанр тәбиғәтен төптән тикшергәндә (милли аш-һыузы шартлы рәүештә этнографик жанр тип ҡарарға мөмкин), уның төрҙәргә бүленеү мәсьәләһен, йәғни классификацияһын ситләтеп үтеп булмай. Сөнки билдәле фольклорсы һәм этнограф В.Я. Пропп әйтеүенсә, "материалға яҡындан килеү өсөн классификация төп шарт, нигез булып тора"/4. 147/.

Жанрҙы эске төркөмдәргә айырыу ҡатмарлы мәсьәләләрҙең береһе. Бында иң ҡыйынлыҡ тыуҙырғаны - төркөмләү өсөн нигез итеп алырҙай дөрөҫ принцип табыу. Классификация ентеклерәк булған һайын принциптарҙың да ишәйеүе ихтимал. Башҡорт аш-һыуҙарын ниндәй принциптарға таянып бүлергә мөмкин? Мәсьәләгә яҡыныраҡ киләйек.

Билдәле, һәр милли аш-һыу көндәлек һәм байрам- йола аштарына бүленә. Был, әлбиттә, башҡорт кухняһына