Jump to content

Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/19

From Wikisource
This page has not been proofread.

ла ҡағыла. Баштан уҡ шуны әйтергә кәрәк: халыҡтың көндәлек туҡланыу ризығы күп төрлөлөгө, әҙерләү процестарының ябайлығы менән айырыла. Байрам-йола аштары иһә үҙҙәренең тәғәйенләнеше, ризыҡтарының сифаты, әҙерләү процестарының ҡатмарлылығы менән үҙенсәлекле.

Ьәр халыҡтың туҡланған ризыҡтары, ашы иң тәүҙә уның борондан килгән традицион кәсептәренә бәйле. Ә халыҡ кәсебе иһә туранан-тура ул йәшәгән төбәктең ландшафтына, тәбиғәт шарттарына барып тоташа. Башҡорт иле донъяның иң гүзәл, иң бай, йәшәү өсөн иң ҡулай урынында - Урал буйында урын лашҡан. Унда мәғрүр урмандар за, киң далалар за, шаулы йылғалар за, тоноҡ күлдәр зә бихисап. Йәғни бында һәр төрлө кәсеп өсөн бөтә уңайлы шарттар бар. Башҡорттар быны оҫта файҙаланған. Үз кәсептәрен дә шул шарттарға ҡулайлаш тырған: һунарсылыҡ иткән, солоҡ ҡараған, мал аҫраған, балыҡ тотҡан, емеш-еләк йыйған, һуңғараҡ ер һөрөп, иген иккән. Шу лай итеп, халыҡтың йәшәйешен тәьмин иткән кәсептәр: малсы лыҡ, игенселек, һунарсылыҡ, солоҡсолоҡ булған. Уларҙың төп ейгән ризыҡтары һәм аш-һыузары, йәғни туҡланыу системаһы тап ана шул дүрт мөһим кәсепкә бәйле формалашҡан. Уларзы айырым ҡарап үтәйек.

§ 1. МАЛСЫЛЫҠ КӘСЕБЕНӘ БӘЙЛЕ АШ-ҺЫУЗАР

Малсылыҡ кәсебенә бәйле р из ыҡтарҙы һәм уларҙан әҙерләнгән аш-һыузарзы ике төргә бүлергә мөмкин: ит аштары, һөт аштары.