бүртеүен иҫәпкә алып, фаршты бушағыраҡ итеп тығалар. Ҡайнап бүртә башлағас, сәнске осо менән тишеп, һауаһын сығараһың. Тултырманы ҡаҙандан ит бешеп етерҙән саҡ ҡына алдараҡ алаһың.
Ҡайһы бер урындарҙа тултырманы эс-бауырзан түгел, ә иттән һәм ярманан ғына ла яһайҙар. Бына ниндәй рецепт тәҡдим итте безгә Раевка ҡасабаһында йәшәүсе үрзә атап кителгән информатор Рузилә Ҡотлогилдина: тултырма өсөн 1 кг ит, 150 г дөгө, 3-4 баш һуған, 1/2 стакан һыу, самалап тоз, борос алына. Йылҡы итен сапҡылап ваҡлағыҙ. Уға туралған һуған, йыуып һарҡытылған дөгө, тоз, борос, йылы һыу һалып болғатығыҙ. Әзер фаршты эсәккә тултырығыҙ. Ҡайнап торған ҡаҙанға һалып, талғын утта бешерегеҙ. Эсәк ярылмаһын өсөн, бер-ике урындан тишегеҙ. Фарш өсөн дөгөнө айырып бешереп тә ҡушырға мөмкин.
Тултырма әҙерләүҙең, күрәһең, оҙайлы тарихы бар. Ул башҡорттарҙа ғына түгел, башҡа төрки халыҡтарҙа ла осрай. Этнографтар С.Н. Шитова менән P.Ғ. Ғәзелгәрәева уның таралыу ареалын тикшергәндәр һәм тултырма кеүек ашамлыҡтың татарҙарҙың (тултырма), сыуаштарҙың (тултырмаш), мордва һәм марийзарзың туҡланыу рационында ҡулланылыуын язалар. Тултырманың элегерәк үзбәктәрзә, ҡырғыҙҙарҙа, ҡаҙаҡтарҙа булғанлығын иҫәпкә алып, улар был ашамлыҡтың тамырҙары Урта Азия мәҙәниәтенә барып тоташа, тигән фекер әйтәләр. Әлбиттә, бының менән тулыһынса килешеп булмай, әммә бәхәсләшергә лә урын юҡ. Шуны ғына онотмаҫҡа кәрәк: тултырма - һис һүзһез малсылыҡ менән шөғөлләнеүселәр