ризығы һәм төп кәсебе шул булған башҡорттар өсөн ул милли ашамлыҡ, хөрмәтле ҡунаҡ ризығы.
Күреүебеҙсә, башҡорттарҙың иң ҡәҙерле, иң тәмле деликатес аҙыҡтары - ҡазы,тултырма - эсәктәргә тултырып әҙерләнә. Шуға күрә эсәктәрҙе ташларға ашыҡмағандар. Артабан да файҙаланыу маҡсатында уларзы йыуғандар, эҫе һыу менән бешекләгәндәр һәм тоҙлап, ҡояшҡа элгәндәр. Кипкән эсәкте кәрәк саҡта бер нисә көн һыуза тотоп ебеткәндәр, шунда ул элекке һығылмалы формаһын алған. Яңы алынған, кипкән йәки ебетелгән эсәктәрҙән бәләкәй бәлештәр (бөкөрөй, самбуса) бешергәндәр.
Эре малдың (бигерәк тә йылҡының) туҡ эсәге (йыуан эсәге) лә туҡлыҡлы, ҡәҙерле ризыҡтарзан һаналған. Майлы яғы эскә әйләндерелгән, етди эшкәртелгән туҡ эсәк халыҡта “ҡарта” тип атап йөрөтөлә. һаҡлау өсөн ҡартаны ла ҡояшта ҡаҡлағандар. Ҡунаҡ килгәндә уны аш менән ҡаҙанда бешергәндәр, табындарға киҫәкләп өләшеп биргәндәр.
Һуғым һуйғанда, йола буйынса, йәнә ҡурҙаҡ әҙерләнә. Исеменән аңлашылыуынса, “ҡурыу’’ - ул эс майында ҡурылған эсәк-бауыр. Ҡурзаҡ мал һуйылғас та, ит бешкәнсә үк, эсәк-ҡарын эшкәртеүселәргә, һуйыусыларға хөрмәт күрһәтеү йәһәтенән әҙерләнә. Өҫтәлгә эҫе килеш бирелә.
Башҡорттарҙа "йүрмә" тйп йөрөтөлгән тағы ла бер байрам ашамлығы бар. Ул бигерәк тә Ҡурған башҡорттарында киң таралған. Әҙерләү ысулы ҡатмарлы түгел: таҫма һымаҡ итеп теленгән озонса ит киҫәген эс